Күмертауҙа йәшәгән 31 йәшлек ир урман юлы буйлап мотоциклында ҡыуғанда, ҡапыл түбәнгә ҡолап төшкәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Ул "тимер ат"ының аҫтында ҡала. Үҙенең сыға алмаҫын аңлап, ҡотҡарыусыларға хәбәр итә.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары тиҙҙән килеп етеп, ирҙе транспорт сараһы аҫтынан сығара, тейешле ярҙамды күрһәтә. "Ашығыс ярҙам" машинаһы саҡыртыла.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, мототранспорт ҡатнашлығындағы бәхетһеҙлек осраҡтары йәй көнө йыш була, күпселеге юлдарҙа маневр ҡағиҙәләрен боҙоу, иҫкәртеүсе сигналдарҙы ваҡытында бирмәү сәбәпле. Юлда йөрөү ҡағиҙәләрен һәм башҡа водителдәрҙең хоҡуҡтарын һанға һуҡһағыҙ, күңелһеҙ хәлдәргә тарымаҫһығыҙ, тип иҫкәртә улар.