Хәүефһеҙлек
26 Май 2020, 12:00

Керамика комбинатында янғын сыҡҡан

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “ҡыҙыл әтәс”те үҙаллы “ауыҙлыҡларға” тырышҡан дүрт ир зыян күргән.

Шаран керамика комбинатында янғын сыҡҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғында дүрт кеше зыян күргән.
Был хәл тураһындағы хәбәр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығына 25 майҙа килгән. Шаһиттар Шаран районының Наратаҫты ауылындағы Транспорт урамында янғын сығыуы хаҡында хәбәр иткән.
Был урынға ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм Салмалы ауыл биләмәһе хакимиәтенең ирекле янғын һүндереүселәр командаһы ебәрелгән.
Асыҡланыуынса, янғын Шаран комбинаты продукцияһын киптерә торған урында – бер ҡатлы кирбес бинала – сыҡҡан. Ут вентиляция торбаһын зарарлаған. “Ҡыҙыл әтәс”те үҙаллы “ауыҙлыҡларға” тырышҡан дүрт ир Өфөләге 18-се ҡала клиник дауаханаһына килтерелгән.
15 метр майҙанды ялмаған ут һүндерелгән. Янғын сығыу сәбәптәрен тәүтикшереүсе асыҡлаясаҡ.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас