Ошо көндәрҙә матбуғат сараларында Архангел үҙәк район дауаханаһынан сәйер һәм күңелһеҙ хәбәрҙәр донъя күргәйне: ике шәфҡәт туташын, коронавирус йоҡторған кеше менән бәйләнештә булғандан һуң, морг бинаһында изоляцияла ҡалдырғандар, был ҡатындар ҡасып китмәһен өсөн хатта һаҡсылар ҡуйғандар.
Әле был хәлде республика буйынса Тәфтиш комитетының Өфө район-ара тәфтиш бүлеге тикшерә, хоҡуҡ боҙоуҙар булғанмы-юҡмы икәнлеген асыҡлай. Шәфҡәт туташтары, беҙҙе морг менән бер биналағы, талаптарға яуап бирмәгән изоляторҙа мәжбүри бикләнеләр, шулай уҡ Архангел үҙәк район дауаханаһындағы COVID-госпиталдә эшләгән өсөн өҫтәмәләрҙе түләмәнеләр, тип белдергән.
Быға тиклем медицина учреждениеһының баш табибы Людмила Хәтмуллина был мәғлүмәтте инҡар итеп, шәфҡәт туташтары морг менән бер бинала урынлашҡан баклаборатория бүлмәһендә йоҡланы, тип белдергәйне. Шулай уҡ етәксе, госпиталь һәм изолятор эшмәкәрлеге схемаһын барлыҡ инстанциялар менән килешеп эшләнек, тип өҫтәгән.
Әлегә хәлдең бар үҙенсәлектәре асыҡлана. Тәфтиш комитеты тикшереүҙәре һөҙөмтәләре буйынса процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк.
Фото: googleusercontent.com