Полиция хеҙмәткәрҙәре асыҡлауынса, оҙаҡ ятыу сәбәпле һөлдәгә әүерелгән кәүҙә былтыр августа йортонан сығып китеп эҙһеҙ юғалған 65 йәшлек ирҙеке. Ул өҫтөнә ҡара спорт костюмы, ҡара сланцы кейгән булған, ошо көндән һуң уны бер кем дә күрмәгән. Ирҙе туғандары менән бер рәттән полиция һәм ирекмәндәр эҙләгән, тик уҙамандың эҙенә төшә алмағандар.