Хәүефһеҙлек
26 Мая 2020, 09:00

Сибай - Аҡъяр юлында һәләкәт

Кисә Хәйбулла районында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде.

Сибай - Аҡъяр автомобиль юлының 55 километрында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. Республиканың дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Баймаҡ районында йәшәгән 35 йәшлек ир “ВАЗ-2107” автомобиленә идара иткәндә юлдан ситкә сығып китә һәм түңкәрелә. Һөҙөмтәлә водитель һәм уның 47 йәшлек пассажиры төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла.
Асыҡланыуынса, рулгә ултырыусының транспортҡа идара итеү өсөн танытмаһы ла булмай сыға. “Юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре асыҡлана,” - тип хәбәр итәләр ведомствонан.
Тәүлек әйләнәһенә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан 13 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән, аварияла 14 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Юлдарҙа иғтибарлы булайыҡ! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Фото: "Башинформ".
Читайте нас