Хәүефһеҙлек
27 Май 2020, 08:00

Рулдә - 83 йәшлек водитель

Салауат ҡалаһында теркәлгән юл-транспорт ваҡиғаһында машинала 79 йәшлек пассажир ҙа була.

Кисә көндөҙ Салауат ҡалаһында оло йәштәге пар юл-траспорт ваҡиғаһына эләккән. Республиканың дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡалала йәшәгән 83 йәшлек водитель “ВАЗ-2106» автомобиленә идара иткәндә юлдан ситкә сығып китә һәм тимер-бетон ҡоймаға барып бәрелә.
Аварияла водитель һәм уның 79 йәшлек пассажиры төрлө тән йәрәхәттәре ала. Был оло йәштәгеләрҙең ни өсөн юлдан ситкә сығып китеүе һәм авария сәбәптәре тикшерелә.
Тәүлек әйләнәһенә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан туғыҙ юл-транспорт фажиғәһе асыҡланған, аварияла 10 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Юлдарҙа имен-аман булайыҡ! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Фото: "Башинформ".
Читайте нас