Хәүефһеҙлек
27 Май 2020, 14:00

Йәнә бер төркөм яҡташыбыҙ ҡайтты

"Роспотребнадзор” ҡарарына ярашлы, вахтанан ҡайтҡандарҙың барыһына ла ике аҙналыҡ ҡурсаланыу тәртибен үтәргә тәҡдим ителә.

Бөгөн “Өфө” аэропорты Талакандан SYL-9218 рейсын ҡаршыланы. “Якутия” авиакомпанияһы Башҡортостандың баш ҡалаһына Чаянда ятҡылығында эшләгән 139 яҡташыбыҙҙы килтерҙе.
Рейстың бөтә пассажирҙары Яҡут Республикаһында медицина тикшереүе үткән, һәр береһенең коронавирус менән сирләмәүе тураһында белешмә ҡағыҙы бар. Самолет ултырғас та “Роспотребнадзор” белгестәре яҡташтарыбыҙға термометрия үткәрҙе.
– Был вахтасыларҙың тәүге ҡайтыуы түгел. Яҡутстанда проблеманы ыңғай хәл иттеләр, шуға күрә хәҙер уларҙы күпләп обсервацияға ебәрмәйәсәкбеҙ, – тине Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Нафиҡов. – Шулай ҙа ҡайтып еткәс тә вахтасыларҙың температураһын үлсәйәсәктәр. Тән температураһы һәм сирҙең башҡа билдәләре күҙәтелгән осраҡта карантин саралары ҡулланыласаҡ.
Мәғлүм булыуынса, Яҡутстанда “Газпром”дың Чаянда ятҡылығында COVID-19 таралғайны. Вахтасы яҡташтарыбыҙ, Башҡортостанға ҡайтҡас, обсерваторға ебәрелде. Йәмғеһе 1591 кеше обсерваторҙарға урынлаштырылды һәм ике аҙналыҡ карантинда булды.
Әле “Роспотребнадзор” ҡарарына ярашлы, вахтанан ҡайтҡандарҙың барыһына ла ике аҙналыҡ ҡурсаланыу тәртибен үтәргә тәҡдим ителә.
Фото: bashinform.ru
Читайте нас