Хәүефһеҙлек
28 Май 2020, 18:30

Һаҡ булығыҙ: ҡотороу сире асыҡланған

Был хаҡта Ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостандағы идаралығы хәбәр итә. Әле биләмәлә карантин иғлан ителгән.

Шишмә районының “Локомотив-4” баҡсасылыҡ ширҡәте биләмәһендә ҡотороу сире усағы асыҡланған. 20 майҙа бындағы хужаһыҙ этте тикшергәс, анализдар унда ошондай вирус барлығын күрһәткән.
Был хаҡта Ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостандағы идаралығы хәбәр итә. Әле биләмәлә карантин иғлан ителгән. Шуға бәйле санитария ҡағиҙәләрен үтәү мотлаҡ. Йорт хайуандары менән һатыу итеү, күргәҙмәләр ойоштороу, хайуандарҙы карантин зонаһынан сығарыу ҡәтғи тыйыла.
Республика ветеринарҙары ҡотороу сире үҙәген бөтөрөү буйынса барлыҡ сараларҙы күрә. Был вирустың кеше сәләмәтлеге өсөн бик хәүефле булыуын иҫтә тотайыҡ.
Фото: Bash.News.
Читайте нас