Баймаҡ районында бөгөн, 28 майҙа, үлемесле авария теркәлгән.
Асыҡланыуынса, Сермән – Амангилде – Баймаҡ юлының бишенсе километрында “Хендай Крета” һәм “Шевроле Равон” автомобилдәре бәрелешкән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юл-транспоорт ваҡиғаһында “Хендай” автомобиле водителенең – ҡатындың ғүмере өҙөлгән. Уның пассажиры – ике йәшлек сабый төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Әлеге ваҡытта фажиғәнең үҙенсәлектәре асыҡлана. Һәләк булған йәш ҡатындың һәм йәрәхәтләнгән баланың шәхестәре асыҡлана. Урында ҡотҡарыусылар, поиция һәм “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте эшләй, тип белдерәләр төбәктең ЮХХДИ идаралығында. Был хаҡта “Башинформ” агентлығы хәбәр иткән.
Фото республиканың ЮХХДИ идаралығынан.