Хәүефһеҙлек
27 Май 2020, 20:15

"Бала үҙе ғәйепле..."

Туғыҙ йәшлек малай ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. Ул өләсәһе менән китеп барған булған...

26 майҙа көндөҙ Дим шоссеһында бала ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Ниңә был аяныслы хәл булған һуң?
Өфө ҡалаһы ЮХХДИ-һы хәбәр итеүенсә, “BYD F3” машинаһына идара иткән 64 йәшлек ир Өфө – Ырымбур автоюлына ҡарай китеп барған. Ул йәйәүлеләр йөрөү өсөн тәғәйенләнмәгән урындан сығып барған туғыҙ йәшлек малайҙы бәрҙерә.
Бала төрлө тән йәрәхәттәре алған. Медицина хеҙмәткәрҙәре уға ярҙам күрһәтеп, туған тейешле кешеһе менән өйөнә ҡайтарып ебәргән.
Водителдең һүҙҙәренә ҡарағанда, малай үҙе ғәйепле. Ул юлдың машиналар йөрөй торған урынына ҡапыл килеп сыҡҡан. Өләсәһе менән бергә китеп барған булған.
Транспорт сараһының хәүеф сығанағы икәнлеге хаҡында бер ҡасан да оноторға ярамай. Юлдарҙа һаҡ булайыҡ, балаларыбыҙҙы һәр саҡ иҫкәртеп торайыҡ.
Фото: Өфө ҡалаһы ЮХХДИ-һы.
Читайте нас