Хәүефһеҙлек
28 Май 2020, 18:15

Үҙе шул урында һәләк була...

Йәнә - үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы...

Кисә аяныслы хәл - үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. Ул Ғафури районының Ҡарағай - Юрмаш автомобиль трассаһының 3-сө километрында була.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 42 йәшлек ир “Лада Калина” автомобилендә китеп барған саҡта түңкәрелә. Үҙе шул урында һәләк була. Водителдең Архангел районынан булған 59 йәшлек пассажиры ауыр тән йәрәхәттәре ала.
“Аварияның сәбәптәрен асыҡлау маҡсатында ваҡиға булған урында оператив-тикшереү төркөмө эшләй”, - тип хәбәр итәләр ведомствонан.
Бер тәүлек эсендә республика юлдарында ете авария теркәлгән, унда бер кеше вафат булған һәм ете пассажир төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Юлдарҙа һаҡ булайыҡ!
Фото: "Башинформ".
Читайте нас