Елена һәм Геннадий Тимченколарҙың хәйриә фонды менән хеҙмәттәшлек нигеҙендә Башҡортостанға шәхси һаҡлыҡ саралары менән гуманитар йөк килде. Күптән түгел Башҡортостан Хөкүмәте менән фонд араһында хәйриә ярҙамы буйынса килешеү төҙөлгәйне.
Карантин саралары оҙаҡҡа һуҙылыуға бәйле ғаилә фонды төбәктәге табиптарға һәм социаль хеҙмәткәрҙәргә һаҡлыҡ саралары комплекттары ебәрҙе. 20 мең берәмек шәхси һаҡлыҡ сараһына 40 миллион һум аҡса бүленде.
Бөгөн гуманитар йөк тейәлгән машина Өфөгә килде. Бер тапҡыр кейә торған медицина костюмдары, битлектәр, бахилдар, бирсәткәләр иң мөһим участкаларҙа эпидемияға ҡаршы көрәшкән хеҙмәткәрҙәр, шул иҫәптән социаль учреждениелар араһында бүленә. Төбәктәге 97 социаль учреждениеға ике мең берәмек һаҡлыҡ костюмы таратыла.
Хәйриә фонды шулай уҡ табиптар өсөн обсервацияны йыһазландырыу сараларын ебәргән. Обсерватор республикалағы шифаханаларҙың береһендә ойошторола. Унда медицина хеҙмәткәрҙәре ауыр хеҙмәт вахтаһынан һуң һаулығын нығытып, көс-ҡеүәт туплаясаҡ.
Фото: Башҡортостан Башлығы матбуғат хеҙмәте.