35 йәшлек Александр Смирновты эҙләү тамамланды. Уның һөҙөмтәләре тураһында "Лиза Алерт Башҡортостан" хәбәр итә.
Ир 17 февралдә иртән өйөнән сығып киткәндән алып юҡ ине. Туғандары әйтеүенсә, шуға тиклем Александрҙың эҙһеҙ юғала торған холҡо булмаған. Юғалған көндө ул телефондан үҙенең һөйгән ҡыҙы менән һөйләшкән, берәү менән дә әрләшкәне билдәле түгел.
Александрға оҡшаған ирҙе һуңғы тапҡыр 18 февраль ДОК биҫтәһендә күреүселәр булған. Ошонан аҙаҡ уның тураһында бер ниндәй ҙә яңылыҡ юҡ ине.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн билдәле булыуынса, ирҙе үле килеш тапҡандар. Хәл-ваҡиғалар, сәбәптәре әлегә асыҡланмаған.
Ауыр ҡайғы кисергән туғандарына, яҡындарына сабырлыҡ теләйбеҙ.