Хәүефһеҙлек
29 Май 2020, 18:30

Соҡорға осоуында кем ғәйепле?

Малай соҡорға осоп төшкән ваҡытта, шул урындан 30 метр самаһы алыҫлыҡта эшселәр һыу торбаларын алмаштырып йөрөгән. Ваҡиға буйынса тикшереү башланды.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Миәкә районы үҙәге Ҡырғыҙ-Миәкәлә аяныслы ваҡиға теркәлде: туғыҙ йәшлек малай велосипедта йөрөгәндә, Беренсе Май һәм Октябрь урамдары киҫелешендә идараны юғалтып, юл ситендәге ике метрҙан ашыу тәрәнлектәге соҡорға осоп төшкән.
Был хаҡта Миәкә районы прокуратураһы хәбәр итте. Республика күҙәтеү ведомствоһының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, ваҡиға буйынса тикшереү үткәрәсәктәр. Асыҡланыуынса, ошо урында “Миәкәкоммунсервис” предприятиеһы һыу селтәрҙәре үткәреү эше менән шөғөлләнгән. Малай соҡорға осоп төшкән ваҡытта, шул урындан 30 метр самаһы алыҫлыҡта эшселәр һыу торбаларын алмаштырып йөрөгән. Йәрәхәтләнгән малайҙы “Ашығыс ярҙам” менән Өфөгә, Республика балалар клиник дауаханаһына оҙатҡандар.
Прокуратура хәбәр итеүенсә, ошо биләмәлә эштәр алып барған подрядсы ойошманың хеҙмәтенә баһа биреләсәк, төҙөлөштө атҡарғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү тикшереләсәк.
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, был хәлдең үҙенсәлектәрен, шулай уҡ республика буйынса Тәфтиш комитетының Әлшәй район-ара бүлеге лә асыҡлаясаҡ.
Фото: gtrk-saratov.ru
Читайте нас