Хәүефһеҙлек
29 Май 2020, 16:30

Суд приставын яндырырға маташҡан

Өҫтөнә яғыулыҡ һибеп... Был аяныслы хәлгә нимә сәбәпсе булған?

Стәрлетамаҡта 41 йәшлек ир хоҡуҡ һаҡлау органы хеҙмәткәренән үс алмаҡсы булған. Сәбәбе - уның автомобилен суд приставы мәжбүри тәртиптә тартып алған. Хоҡуҡ һаҡлау органы хеҙмәткәре был эште үҙ көсөнә ингән суд ҡарарына ярашлы атҡарған.
Шулай итеп, шик аҫтындағы кеше ҡала урамында суд приставын осратҡас, уның өҫтөнә шыйыҡ яғыулыҡ һипкән һәм яндырырға маташҡан. Ярай әле хоҡуҡ һаҡсыһы үҙенә ташланған ирҙән ҡотола алған. Юғиһә был хәлдең нисек тамамланырын күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын.
Ир һаҡ аҫтына алынған, уға ҡарата енәйәт эше асылған.
Фото: myrouble.ru
Читайте нас