Хәүефһеҙлек
29 Май 2020, 16:20

Тәрән соҡорға ҡолай...

Туғыҙ йәшлек бала велосипедта китеп барған була.

Йәйге каникулдар башланып та өлгөрмәне, балалар ҡатнашлығындағы төрлө күңелһеҙ хәлдәр хаҡында ишетелә лә башланы.
Ошо көндәрҙә велосипедта йөрөгән туғыҙ йәшлек бала аңғармаҫтан тәрән соҡорға ҡолай. Һөҙөмтәлә зыян күргән малай ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла. Әле ул реанимацияла, табиптар сирлене Өфөгә күсереү буйынса эш алып бара.
Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, осраҡ буйынса тикшереү бара, әле тәфтишселәр баланың бәләгә осраған урынында тикшереү үткәргән, шаһиттар менән аралашҡан. Яҡынса күҙаллауҙар буйынса, малай ҡоҙоҡтоң һыу торбаларына эләгә.
“Аяныслы хәл республика Тәфтиш комитетының контроленә алынған”, - тип белдерҙеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.
Йәйге каникулдар башланып ҡына тора, балаларыбыҙҙы яңғыҙ ҡалдырмайыҡ, уларҙы һәр саҡ контролдә тотайыҡ, хәүефһеҙлек саралары тураһында гел иҫкәртеп торайыҡ.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас