Саҡырыу буйынса килеп еткән ҡотҡарыусылар асыҡ утты тиҙ арала һүндереүгә өлгәшә. Уттың икенсе ҡаттағы бер бүлмәнән сыҡҡанлығы асыҡлана. Ярай әле, бәхеткә, ҡорбандар юҡ.
Йорттағы янғынды иҫкәртеүсе ҡулайлама ҙур фажиғәнән ҡурсалауҙа төп сара булып торған, ти ҡотҡарыусылар. Ул сигнал бирә башлағас, урамда торған 16 йәшлек үҫмер үҙенең ике туған ағаһы менән, юғалып ҡалмай, йәһәт кенә бәләкәстәрҙе ҡотҡарырға йүгерә. Балаларҙы тәүҙә урамға сығарып, ҡотҡарыусыларға янғын тураһында хәбәр итәләр. Ошондай ике факторға бәйле күп балалы ғаилә ҙур бәлә-ҡазанан, унан да бигерәк ҡорбандар булыуҙан һаҡланып ҡалған.