Был аяныслы хәл Белорет районында теркәлгән. Бер әҙәм аҡтығы мәктәп ашханаһында эшләгән 43 йәшлек ҡатынды көсләгән.
"КП-Өфө" сығанағы хоҡуҡ һаҡлау органдары мәғлүмәттәренә таянып хәбәр итеүенсә, 27 майҙа кис ашнаҡсы ҡатынды бер танышы еңел автомобиленә ултыртып ауылдан ситкә алып китә. Машина салонында ташланып, яҡлауһыҙ ҡатынды мәсхәрәләй, унан енәйәт урынынан ҡаса.
Ғәйепле әҙәм тотола. Уның быға тиклем дә "Көсләү" статьяһы буйынса хөкөм ителгәне билдәле була.
Кешеләрҙе ныҡлап белмәйенсә, уға ышанып бармаһаҡ ине.