Хәүефһеҙлек
30 Мая 2020, 07:50

Телефонды үҙе үк бурҙың ҡулына тоттора...

20 йәшлек бер ҡатлы егет 50 меңлек телефонын нисек "бүләк итә"?

Егет кеше интернет селтәренә үҙенең яҡшы сифатлы кеҫә телефонын һатыуы хаҡында иғлан яҙа. Күп тә үтмәй, алыусы ла табыла.
Йәмәғәт транспорты туҡталышында осрашырға һүҙ ҡуйышалар. Һатып алыусы танышы менән килә һәм, телефонды ентекләп ҡарағас, ризалығын белдерә. Бер ҡатлы егет уларҙы өйөнә саҡыра, сөнки гаджеттың документтары, аксессуарҙары фатирҙа ҡалған була.
Кис һатып алыусы йортҡа килә һәм телефон хужаһының банк картаһы номерын һорай, имеш, һөйләшелгән 52 мең һумды күсерә. Өҫтәүенә банк хеҙмәткәренә шылтыратҡан булып, аҡсаның күсеү-күсмәүен һораша. Егет уның һүҙенә ышанып, телефонды үҙе үк уғрының ҡулына тоттора. Тейешле аҡса күсмәгәнен, алданғанын аңлағас, зыян күреүсе полицияға хәбәр итә.
Килеп тыуған хәлгә ҡарата енәйәт эше асылған, бурҙы эҙләү дауам итә. Тағы бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: таныш булмаған әҙәмдәргә ышанмағыҙ, күпселек осраҡта мутлашыусылар тап бер ҡатлы кешеләрҙе “ҡармаҡлай”.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас