Өфөлә автомобилде алып китеү шиге аҫтындағы кеше ҡулға алынды, тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Машина баш ҡаланың Йәшел сауҡалыҡ биҫтәһендәге күп фатирлы йорт эргәһендә торған. Уның 26 йәшлек хужаһы автомобиленең ихатанан “сығып барғанын” күреп ҡалған да полицияға шылтыратҡан.
Хоҡуҡ һаҡсылары зыян күргән кешенең туғанының енәйәттә ҡатнашлығы булыу ихтималлығын билдәләгән. Ни өсөн тигәндә, ул, машина юғалғас, үҙенең криминаль өлкәләге танышлыҡтары арҡаһында “тимер ат”ты кире ҡайтара аласағы хаҡында белдергән. Тик бының өсөн ул туғанына 130 мең һум аҡса түләргә кәрәклеге хаҡында әйткән. Зыян күреүсе уға ышанып аҡсаһын биргән. Шулай итеп, тиҙҙән машина ла үҙ урынына “ҡайтып ултырған”. Тик ундағы ҡиммәтле аудиосистема юҡҡа сыҡҡан булған. Мөлкәттең кире ҡайтарылыуын тикшергәндә, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре "оҙон ҡуллы" кешенең ҡыуып алып кителгән машинаны икенсе төбәккә һатырға йыйынғанын асыҡлаған. Был ниәте килеп сыҡмағас, аҡса эшләмәксе булып, автомобилдәге музыка ҡоролмаһының ҡайһы бер өлөштәрөн ломбардҡа тапшырған, ҡалғанын таныштарына һатҡан.
Әле был туған кеше – һаҡ аҫтында. Ул үҙ ғәйебен таныған. Урланған әйберҙәрҙең бер өлөшөн полиция хеҙмәткәрҙәре законлы хужаға ҡайтарып биргән. Ә уның туғанына Рәсәй Енәйәт кодексының бер нисә статьяһы буйынса яуап бирергә тура киләсәк.
Фото: Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы.