Хәүефһеҙлек
30 Май 2020, 09:30

Йәш водитель бигерәк йәл...

Кисә Өфө эргәһендә, Дим һәм Затон биҫтәләрен тоташтырған юлда, "Раптор" мотоциклы менән "Скания" йөк машинаһы бәрелешкән.

Йәй етһә, юлда мотоциклда йөрөтөүселәр күбәйә. Ғәҙәттә, улар ҙур тиҙлектә елдерә, автомобилдәр араһынан етеҙ генә үтеп китеп, барыһынан да алдараҡ барырға тырыша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ана шул тиҙлек, юл ҡағиҙәләрен инҡар итеүҙең бик ҡурҡыныс эҙемтәгә килтереүе ихтимал.
Кисә, мәҫәлән, Өфө эргәһендә, Дим һәм Затон биҫтәләрен тоташтырған юлда аяныслы авария теркәлгән. Республиканың ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, хәл 16.00 сәғәт тирәһендә булған, ”Раптор” мотоциклы менән “Скания” йөк машинаһы бәрелешкән. Шаһиттар шунда уҡ мотоциклисҡа ярҙамға ташланған, әммә 35 йәшлек ир урында уҡ йән биргән.
Йөк машинаһына ла йәш, 29 йәшлек, водитель идара иткәне билдәле.
Әлеге ваҡытта ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ваҡиғаның үҙенсәлектәрен асыҡлай, тик һәләк булған ирҙе генә кире ҡайтарып булмай шул... Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, ҡағиҙәләрҙе үтәгеҙ, тиҙлекте арттырмағыҙ, йәмәғәт: үҙегеҙҙең һәм башҡаларҙың ғүмерен һаҡлап алып ҡалырһығыҙ.
Фото: gorobzor.ru
Читайте нас