Кисә, 29 майҙа, Нефтекамала башҡа һыймаҫлыҡ хәл булған: ҡала хакимиәте алдындағы майҙанда бер ир үҙ-үҙен яндырырға маташҡан. Был хаҡта “Өфө1” порталы хәбәр итә.
Асыҡланыуынса, ир чиновниктарға протест белдергән: баҡһаң, власть вәкилдәре уның әсәһенең участкаһы аша янғын үткеле эшләргә уйлаған. Юл күп ҡатлы йорт менән һыу ятҡылығын тоташтырырға, янғын сыҡҡан осраҡта ҡотҡарыусылар ошо үткелде файҙаланырға тейеш.
Был хәлгә ҡырҡа ҡаршы булған ирҙең мәсьәләгә иғтибарҙы ниңә тап ошондай юл менән йәлеп итергә йыйынғаны билдәһеҙ. Уны үтеп барған кешеләр саҡ ҡотҡарып ҡалған.
Нефтекама ҡалаһы башлығы Ратмир Мәүлиев иһә түбәндәгеләрҙе белдергән. Баҡһаң, был ир полицияға шылтыратып, нимә эшләргә йыйынғанын алдан хәбәр иткән. Әле ваҡиғаны хоҡуҡ һаҡлау органдары тикшерә.
"Әйтергә кәрәк, ер участкаһын ҡуртымға алыусы уны ҡулланыу хоҡуғынан мәхрүм ителмәй. Бынан тыш, тикшереү үткәрелгәс шул асыҡланған: ерҙә бер ниндәй ҙә эштәр алып барылмай, участка үҙләштерелмәгән, үлән менән ҡапланған. Янғын үткеле иһә Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы талаптарына ярашлы эшләнә, сөнки тиҙҙән участканан йыраҡ түгел урында күп ҡатлы йорт сафҡа индереләсәк. Һыуға башҡа юл юҡ. Был янғын хәүефһеҙлеге талабы", - тигән ҡала етәксеһе.