Хәүефһеҙлек
31 Май 2020, 10:15

Һөйәркәһенең йәнен ҡыйған...

Үҙе бер ҡайҙа ла эшләмәй, быға тиклем төрмәлә ултырып сыҡҡан.

Күптән түгел Өфө ҡалаһындағы күп ҡатлы йорттарҙың бер фатирында аяныслы хәл теркәлә.
Бер ҡайҙа ла эшләмәгән, быға тиклем иркенән мәхрүм ителгән 36 йәшлек ир һөйәркәһен туҡмай һәм уны ванна бүлмәһенә ҡалдырып китә. Меҫкен ҡатын шунда вафат була.
Полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан ир оҙаҡламай ҡулға алына. Был ваҡытта ул иҫерек була. Ваҡиға буйынса енәйәт эше асылған.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас