Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыш ҡына бәлә-ҡазаға эскелек сәбәпсе. Сираттағыһы ла иҫкәрмә түгел. Ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәтенән полицияға Салауат ҡалаһының Мәктәп тыҡрығындағы йорт фатирынан 47 йәшлек ҡатындың дауаханаға һалынғаны хаҡында хәбәр иткәндәр. Баҡтиһәң, өйҙәше уның эсенә бысаҡ менән сәнскеләгән. Ә быға ир менән ҡатындың бергәләп спиртлы эсемлектәр эскәндә һүҙгә килешеүе сәбәпсе булған. Яуыз ниәтле әҙәм бысаҡ алып өйҙәшенә ташланған.