Хәүефһеҙлек
31 Май 2020, 12:55

"Ҡыҙым, аҙаштым, юлды таба алмайым"

75 йәшлек өлкән кеше тауға ҡымыҙлыҡ йыйырға юлланып...

Кисә Белорет ҡалаһындағы ҡотҡарыусыларға бер ҡатын борсолоп шылтыратҡан. Ул 75 йәшлек атаһының урманға китеп аҙашҡанын хәбәр иткән.
Оло йәштәге уҙаман, баҡһаң, Мазара тауына ҡымыҙлыҡ йыйырға юлланған. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң ул ҡыҙына шылтыратҡан һәм аҙашыуын, ҡайтыр юлды таба алмауын хәбәр иткән.
Тиҙ арала бабайҙы эҙләргә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары юлға сыҡҡан. Шөкөр – оло кеше тиҙ табылған. Ҡотҡарыусылар уны “камил юғалыусы” тип атаған, сөнки бабай үҙе менән телефон алған, паникаға бирелмәгән, урманға ҡайһы юлдан барғанын, ҡайһы яҡҡа хәрәкәт иткәнен аңлатҡан. Табылған саҡта бабайҙың хәле ҡәнәғәтләнерлек булған. Был хаҡта “Башинформ” агентлығы хәбәр итә.
Фото: nashural.ru
Читайте нас