Әбйәлил районының Ташбулат ауылы янындағы Ҡарабалыҡлы күлендәге талаш хаҡында беҙ алда хәбәр иткәйнек инде. Билдәле булыуынса, һыу инергә килгән үҫмерҙәр һәм күлде ҡуртымға алыусы эшҡыуарҙың хеҙмәткәре араһында сыҡҡан ыҙғыш тураһындағы видеояҙма интернет селтәренә таралды. Унан күренеүенсә, хеҙмәткәр үҫмерҙәргә пистолет тоҫҡай һәм иҫкәртеү маҡсатында, һауаға ата. Килеп сыҡҡан хәлде асыҡлау маҡсатында хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре шөғөлләнә. Был ваҡиға буйынса Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов та үҙ сәхифәһендә фекерен белдереп яҙып сыҡҡайны. Ошо көндәрҙә район етәкселеге Ташбулат ауылының инициатив төркөмө ҡатнашлығында күлде ҡуртымға алыусы арендаторҙы саҡырып, етди һөйләшеү уҙғарҙы.
"Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламаясаҡбыҙ, күлде ҡуртымға алыусы эшҡыуарҙың хеҙмәткәре был ҡылығы өсөн яуап бирәсәк", - тип яҙҙы Илдар Нафиҡов йәнә үҙ сәхифәһендә.
Әлбиттә, был күңелһеҙ ваҡиғаға һуңғы һүҙҙе хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре әйтер, шулай ҙа үҙ ереңдә лә рәхәтләнеп һыу керә алмай ниндәйҙер оло талашҡа әйләнгән был күңелһеҙ хәл ошоноң менән генә тамамланырмы икән? Әйтеүе ҡыйын...