Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында республиканың юл хужалығы һәм транспорт буйынса дәүләт комитеты рәйесе аҙналыҡ хәлдәргә байҡау яһаны. Уҙған аҙнала Башҡортостан юлдарында 79 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Уларҙа 86 кеше йәрәхәтләнгән, дүрт кеше һәләк булған. Алан Марзаев йыл башынан теркәлгән һандарҙы һанап сыҡты һәм былтырғыһы менән сағыштырҙы. Шулай итеп, быйыл 1241 авария булған (былтырғы ошо ваҡыт менән сағыштырғанда 165-кә әҙерәк), уларҙа 1561 кеше йәрәхәтләнгән (248-гә әҙерәк) һәм 126 кеше һәләк булған (18 кешегә әҙерәк). Юл-транспорт фажиғәләренең сәбәптәре үҙгәрешһеҙ: тиҙлекте арттырыу, ҡағиҙәләрҙе үтәмәү, иҫерек килеш рулгә ултырыу, юлды тыйылған урындан үтеү һәм башҡалар.
Радий Хәбиров комитет рәйесенә йыл башында ҡуйған бурысын хәтеренә төшөрҙө. Быйыл юлдағы аварияларҙа һәләк булғандар һаны 400-ҙән артмаҫҡа тейеш.
– Йылдың башы һеҙҙең өсөн еңел булды. Коронавирусҡа бәйле сикләүҙәр сәбәпле кешеләр юлдарҙа әҙерәк йөрөнө, шуға авариялар һәм унда үлгәндәр һаны бер ни тиклем кәмегәйне. Тик хәҙер йәй, әүҙем осор, беҙҙең кешеләр юлдан “оса” башлай. Нисек кенә булмаһын, минең талап үтәләргә тейеш! Һәләк булғандарҙы кәметегеҙ, – тине Радий Фәрит улы.