Хәүефһеҙлек
31 Май 2020, 19:00

Тынысланырға иртә әле...

Бөгөн урыны менән эре борсаҡ яуып, халыҡтың теплицаларын тишеп-йыртып бөттө, баҡса үҫентеләрен тәләфләне. Хәбәр итеүҙәренсә, иртәгә лә...

Урыны менән эре борсаҡ яуып үтте. Әммә тынысланырға иртә...
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 1 июндә республикала көслө ямғыр, эре борсаҡ яуыуы көтөлә, ел урыны менән секундына 26 метрға етәсәк.
Әммә бөгөнгө йәшенле ямғыр ҙа үҙенең көсөн күрһәтеп өлгөрҙө, урыны менән эре борсаҡ та яуҙы. Бигерәк тә Өфө эргәһендәге Зубов, Таптыҡ кеүек ауылдарҙа йәшәгәндәр зыян күргән – теплицаларҙы борсаҡ тишеп-йыртып бөткән, баҡса үҫентеләрен тәләфләгән.
Ошондай ғәрәсәттең иртәгә лә ҡабатланыуы ихтимал, шуға ла һаҡланыу сараһын алдан күрегеҙ.
Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәре.
Читайте нас