Ошо көндәрҙә Салауат ҡалаһында 30 йәшлек водителдең “Мазда” автомобилендә биш йәшлек баланы бәрҙергәне тураһында хәбәр иткәйнек.
Был хаҡта тәүгеләрҙән булып “Горобзор” порталы хәбәр итте һәм, үҙҙәренең сығанағына һылтанып, водитель рулгә иҫерек килеш ултырған, тип белдерҙе. Унан тыш, был йәш ирҙең прокурор ярҙамсыһы булғаны мәғлүм.
Водитель Калинин һәм Бекетов урамдары киҫелешкән урында, светофорҙың тыйыу уты яныуға ҡарамаҫтан, хәрәкәтен дауам иткән, һөҙөмтәлә велосипедта үтеп барған баланы бәрҙергән. Бәхеткә күрә, бала ҙур зыян күрмәгән, еңел йәрәхәттәр алған. Шаһиттар әйтеүенсә, ир алкоголле эсемлек ҡулланыуға тикшерелеүҙән баш тартҡан. Эш материалдары төбәк прокуратураһына ебәрелгән.
Әле иһә 30 йәшлек ир тураһында ҡайһы бер мәғлүмәттәр билдәле булды. “Горобзор” порталы хәбәр итеүенсә, ул БДУ-ның Сибай институтын тамамлаған, шул ҡалала уҡ прокуратура органдарында эшләгән. Сығышы менәнә Өфө ҡалаһынан булырға тейеш. Таныштары бығаса уның рулгә эсеп ултырғанын йә тәртип боҙғанын иҫләмәй, хатта ошоға тиклем автомобиле лә юҡ ине, тип белдергән.
Әйтергә кәрәк, баланы бәрҙергән водителде Салауат ҡалаһы прокуратураһының рәсми сайтындағы хеҙмәткәрҙәре исемлегенәнән һыҙып ташларға өлгөргәндәр. Хәлгә шулай уҡ рәсми комментарийҙар һаман юҡ.