Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
2 Июнь 2020, 12:30

Һуҡыр күршеһен үлемдән ҡотҡарған

Был ваҡытта йортта төтөн еҫе лә булмай әле, әммә хәл-ваҡиға күҙ асып йомған арала киҫкенләшә.

Кисә Нефтекама ҡалаһында төндә янғын сыға. Насар күргән йорт хужаһы солан яғында сәйер тауыштар ишетеп, тәҙрәһен асһа, ут сығыуын абайлай. Был ваҡытта йортта төтөн еҫе лә булмай әле, әммә хәл-ваҡиға күҙ асып йомған арала киҫкенләшә. Ярай әле күршеһе ярҙамға ашыға.
БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡыйыу ир тәҙрәне ярып, күреү һәләте буйынса мөмкинлектәре сикләнгән күршеһен хәүефһеҙ урынға алып сыға. Аҙ ғына һуңлаһа, ваҡиға фажиғә менән тамамланыр ине.
Янғын сығыу сәбәптәрен асыҡлау буйынса тикшереү бара.
“Башинформ” фотоһы.
Читайте нас: