Июнь башында Тәтешле районында ҡот осҡос хәл булған. Аҡсәйет ауылында янғын сыҡҡан. Урынға килгән ҡотҡарыусылар һәм ирекле янғын һүндереүселәр командаһы ағас йорттоң дөрләп яныуын күргән.
“Ҡыҙыл әтәс”те һүндергән ваҡытта 38 йәшлек ирҙең мәйете табылған, тип хәбәр итә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралыҡтың матбуғат хеҙмәте. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уттан бер нәмә лә ҡалмай. Шуға уның менән һаҡ булырға кәңәш итәбеҙ.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәте.