Бәхетһеҙ осраҡ Нефтекама ҡалаһы янындағы Энергетик ауылында теркәлә. Һәләк булған 34 йәшлек ир танышының шәхси хужалығында ялланып эшләгән була. Ул хужалыҡ блогы төҙөү менән шөғөлләнә.
Эш барышында, аңғармаҫтан, кәүҙәһенең тигеҙлеген тота алмай ҡолап төшә. Ни бары ике метр бейеклек зыян күреүсегә ауыр тән йәрәхәттәре алыуға етә.
Аяныслы хәл шаһиттарҙың күҙ алдында була. Тиҙ арала килеп еткән табиптар ярҙамы ла һуң була, бейектән ҡолаған ир ваҡиға урынында йән бирә.
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт хеҙмәт инспекцияһынан белдереүҙәренсә, эштә йәки производствола үлемесле йә ауыр эҙемтәләргә килтергән осраҡтарҙың күбеһе тап төҙөлөш тармағында күҙәтелә. Шуға күрә һәр эштә иғтибарлы булыу һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәү талап ителә.