Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
4 Июнь 2020, 23:15

Учалы районы ауылында бер ҡатын өсөн...

Низағ ваҡытында ирҙәрҙең береһе пневматик пистолетын сығарған да атҡан...

3 июндә Учалы районы полицияһына медицина хеҙмәткәрҙәре мөрәжәғәт итеп, дауаханаға яурыны йәрәхәтләнгән ирҙең килтерелгәне хаҡында хәбәр еткерә.
Республика буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Учалы районының Сәфәр ауылынан бер ир менән урында йәшәгәндәр араһында гүзәл зат вәкиле арҡаһында низағ сыҡҡан.
Алдан фаразланыуынса, ир элек бергә йәшәгән ҡатын менән һүҙгә килешкән. Ә уныһы мөнәсәбәтте асыҡлау өсөн бер нисә танышын саҡырған. Низағ ваҡытында ирҙәрҙең береһе пневматик пистолетын сығарған да атҡан...
Әле был хәл буйынса тикшереүҙәр бара.
Фото: 7info.ru
Читайте нас: