Хәүефһеҙлек
6 Июнь 2020, 08:00

Ауыл йортонда - янғын

Эстә 35 йәшлек ҡатын, 5 һәм 16 йәшлек ҡыҙҙар була...

Ғафури районында тағы бер янғын сығыу осрағы теркәлде. Красноусолдың Комаров исемендәге урамында ағас йортта ут тоҡана.
Ваҡиға урынына йәһәт килеп еткән янғын һүндереүселәр ялҡын телдәрен тиҙ арала еңә. “Һөҙөмтәлә утта зыян күргән 35 йәшлек ҡатын, 5 һәм 16 йәшлек ҡыҙҙар урындағы дауаханаға оҙатылды”, - тип хәбәр итәләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан. Хәлдең сәбәптәре асыҡлана.
Янғындың теле оҙон, уның күҙ асып йомғансы бөтә донъяңды көл-күмергә әйләндереүе, кеше ғүмерҙәрен өҙөүе ихтимал. Айырыуса йәй көндәрендә ут менән һаҡ булырға, бөтә ҡағиҙәләрҙе үтәргә, уяу булырға саҡырабыҙ.
Фото: Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.
Читайте нас