Хәүефһеҙлек
6 Июня 2020, 17:30

Сабый үлгән...

Ике йәшлек ҡыҙҙың унынсы ҡаттан ҡолап төшкәне, шулай ҙа иҫән ҡалғаны тураһында хәбәр иткәйнек. Бөгөн иһә үтә ауыр яңылыҡ билдәле булды...

Кисә, 5 июндә, Өфөлә булған бәхетһеҙ осраҡ тураһында хәбәр иткәйнек. Тыныслыҡ урамындағы йорттарҙың береһендә унынсы ҡаттағы фатирҙан ике йәшлек ҡыҙ бала ҡолап төшкәйне. Кисә хәбәр ителеүенсә, табиптар алып киткән саҡта сабый иҫән булған.
Һәм бына бөгөн үтә ауыр яңылыҡ билдәле булды: баланың дауаханала ғүмере өҙөлгән.
“Баланың үлеме буйынса тишереү үткәрелә. Ваҡиға урынын ҡарап сыҡҡандар, суд-медицина экспертизаһы билдәләнгән, шаһиттар һәм сабыйҙың ата-әсәһенән һорау алына, ғаиләнең йәшәү шарттары өйрәнелә. Был хәлдең бөтә шарттары ла асыҡлана”, – тинеләр Тәфтиш комитеты матбуғат хеҙмәтендә.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бала фажиғә ваҡытында өйҙә яңғыҙы булған.
Һүҙ менән әйтеп булмаҫлыҡ ҙур фажиғә. Ата-әсәнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Көндәр эҫе тороу менән тәҙрәнән сабыйҙарҙың ҡолау осраҡтары арта. Был йәһәттән балаларыбыҙға иғтибарлы булайыҡ. Улар өйҙә саҡта тәҙрәне ҙур итеп асмағыҙ. Үҙҙәрен тәҙрә ябыҡ булған саҡта ла бүлмәлә яңғыҙ ҡалдырмағыҙ. Иң яҡшыһы - тәҙрәгә махсус йоҙаҡтар алып ҡуйыу. Балаларыбыҙҙы һаҡлайыҡ!
Фото: "Башинформ".
Читайте нас