Үткән көндәрҙәге көслө ел Өфөлә ҡайһы бер ағастарҙы йығып, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кешене йәрәхәтләне. Был хаҡта "Башинформ" агентлығы хәбәр итә.
Фажиғә көндөҙ Индустриаль шоссе урамындағы 7/2-се йорттоң ҡаршыһында була. Урынға "Ашығыс ярҙам", полиция, Граждандарҙы яҡлау хеҙмәткәрҙәре килеп етә. Ҡотҡарыусылар асыҡлауынса, ир кеше үҙенең йөк машинаһын ремонтлап торған, был ваҡытта көслө дауыл сығып китеп, ҡороған ағасты уның өҫтөнә ауҙара. "Ашығыс ярҙам" табиптары, беренсе ярҙам күрһәткәс, ирҙе дауаханаға алып китә.
"Ел көсәйгәндә ағастар, электр линиялары, реклама щиттары, ышанысһыҙ ҡоролмалар янында тормау хәйерле, тиҙ генә ул урындан китергә тырышығыҙ", - тип кәңәш бирәләр Граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.
Фото Граждандарҙы яҡлау идаралығынан.