Ырымбур ҡотҡарыусылары биш көн дауамында Һаҡмар йылғаһына батҡан яҡташыбыҙҙың кәүҙәһен эҙләй. Тик әлегә һөҙөмтә юҡ.
“Оренбург Медиа” хәбәр итеүенсә, Өфөлә йәшәгән утыҙ йәшлек ир Ырымбурҙағы дуҫтарына ҡунаҡҡа килгән. 3 июндә Һаҡмар буйына күмәкләп ял итергә сыҡҡандар. Һыу инергә йылғаға төшкән ирҙе ағым ағыҙып алып китә, ярға сығырға хәленән килмәй. Ырымбур авария-ҡотҡарыу хеҙмәте водолаздары, “ОренСпас” ирекмәндәре ирҙе һаман да таба алмай. Моторлы кәмәләрҙә бер нисә километр оҙонлоғондағы йылға акваторияһы тикшерелгән, эҙләүҙә һыу камералары ҡулланыла.
Йәй башланып ҡына тора, һыу инергә теләгәндәр, йылға буйында ял итеүселәр күп булыр. Барығыҙҙы ла һаҡлыҡ сараларын үтәргә, уяу булырға саҡырабыҙ.