Ошо көндәрҙә баш ҡаланың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге идаралығы инспекторҙары хәрәкәт көслө булған юлда квадроцикл елдергәнен шәйләгән. Тик транспорт сараһына бер ҙә оло кеше түгел, ә үҫмер идара иткән.
Әлбиттә, транспорт сараһын туҡтатҡандар һәм хайран ҡалғандар: рулдә ун йәшлек малай ултырған. Ул Федоровка ауылы урамдары буйлап һаҡланыу экипировкаһынан тыш, юл ҡағиҙәләрен боҙоп йөрөгән. Транспорт сараһы тейешенсә теркәлмәүенән тыш, малайҙың уны йөрөтөргә хоҡуғы ла булмаған.
Малайҙың ата-әсәһе әйтеүенсә, ҡеүәтле квадроциклды улар улдарына бынан бер аҙна элек махсуслаштырылған магазинда һатып алған.
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге өлкәһендә хоҡуҡ боҙған өсөн был малайҙың атаһы менән әсәһенә бер юлы бер нисә статья буйынса яуап тоторға тура киләсәк. Атап әйткәндә, һүҙ транспорт сараһы менән идара итеүҙе хоҡуғы булмаған шәхескә тапшырыу, транспорт сараһын тейешенсә теркәмәү, ата-әсәлек бурысын үтәмәү хаҡында бара.
Фото: Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы сайтынан.