Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостанда эшмәкәрлеге ҡулланыусылар менән туранан-тура бәйле ойошмаларҙың (шәхси эшҡыуарҙарҙың) эшен тергеҙеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Документ төбәктә коронавирус сире таралыу осоронда индерелгән сикләү сараларын этаплап ғәмәлдән сығарыу планын үҙ эсенә ала. Шул уҡ ваҡытта хәл ҡатмарлашҡан осраҡта сикләүҙәр ҡайтанан ғәмәлгә идерелеүе ихтимал.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин республикала коронавирустың таралыуын иҫкәртеү буйынса оператив штаб ултырыштарында пландың үтәлеше тураһында даими хәбәр итәсәк.