Кисә Шаран-Андреевка автомобиль юлында Илеш районы хакимиәте башлығы Илдар Мостафин юл-транспорт ваҡиғаһына тарыған, тип хәбәр итә ProUfu порталы. Ул киске сәғәт унынсы яртыла эштән ҡайтып барышлай аварияға эләгә.
Трассаға йәнәш юлдан ҡапыл килеп сыҡҡан автомобилдән ситкә тайпылырға ваҡыт булмай. Икенсе автомобилдең водителе ныҡ ҡына йәрәхәтләнә. Ҡатындың баш мейеһе һелкенгән, яурын һөйәге һынғанға оҡшай. Әммә уның хәле тотороҡло, барыһы ла яҡшы булыр, тип тынысландыра аҡ халатлылар. Шулай була күрһен.
Илдар Мостафин халыҡ араһында имеш-мимеш тыумаһын өсөн ике тапҡыр спиртлы эсемлектәр ҡулланыуға медицина тикшереүе үткән. Уның ҡанында алкоголдең әҫәре лә булмаған. Тикшереү буйынса, юл аварияһында эйәрсен юлдан килеп сыҡҡан водитель ғәйепле, тиелә.