Ҡариҙел районындағы янғын 54 йәшлек ирҙең ғүмерен өҙгән.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығына Абыҙ ауылының Көнбайыш урамындағы кирбес гараждарҙың береһендә янғын сыҡҡаны тураһында 03:45 сәғәттә хәбәр килә.
Ваҡиға урынына килгән ҡотҡарыусылар утты тиҙ һүндерә. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, гараж эсендәге көл-күмер араһында һәләк булған ирҙең кәүҙәһе табыла. Ике автомобиль дә ныҡ ҡына зыян күргән. Бәхетһеҙлек осрағы сәбәптәрен асыҡлау дауам итә.
Ут менән һаҡһыҙлыҡтың бәләгә килтереү ихтималлығы яҡшы билдәле. Барыбыҙға ла йәйге миҙгелдә уяуыраҡ, һағыраҡ булырға кәрәк.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.