Өфөлә полиция хеҙмәткәрен үлтергәндәр. Уның кәүҙәһен 6 июнгә ҡарай төндә ҡаланың Киров районында тапҡандар. Ирҙең Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө буйынса идаралығы бүлексәләренең береһендә эшләгәне асыҡланған.
Әйткәндәй, үлтергән кеше лә шунда уҡ ҡулға алынған. Ул полиция хеҙмәткәренең туған кешеһе, 29 йәшлек ир булып сыҡҡан.
"Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, енәйәт ҡапыл килеп тыуған низағ сәбәпле башҡарылған", – тинеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.
Әлеге ваҡытта эштең материалдары Тәфтиш комитетына ебәрелгән. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы хеҙмәт тикшереүе билдәләгән.
Һуңғараҡ республиканың Тәфтиш комитеты был осраҡҡа бер ни тиклем аныҡлыҡтар индерҙе. Улар фекеренсә, полиция хеҙмәткәре ҡатынының ағаһы менән һүҙгә килешә, улар һуғыша башлай.
"Ғәйепле ир уның башына бер нисә тапҡыр ныҡ итеп һуға. Йәрәхәттәрҙән уныһы ваҡиға урынында һәләк була. Енәйәтсе хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәренән йәшенмәй, ғәйебен шунда уҡ таный", – тинеләр матбуғат хеҙмәтендә.
Әлеге ваҡытта ғәйепләнеүсе ир ҡулға алынған.