Баш ҡалала йәш парҙың төнгө сәйәхәте фажиғә менән тамамлана яҙған.
Үткән төндә ир менән ҡатын төнгө өстә Дан бульварында урынлашҡан фатирына ҡайтып барған. Әммә көтмәгәндә уларға йорт подъезында бер ир бысаҡ менән һөжүм иткән. Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы хәбәр итә.
Енәйәтсе 28 йәшлек ирҙең муйынына бысаҡ ҡаҙаған, ә 22 йәшлек ҡатындың ҡулын яралаған. Ҡаты йәрәхәтләнеүгә ҡарамаҫтан, йәш пар “Ашығыс ярҙам” саҡыра алған. Шулай уҡ был икәүҙең алкоголле эсемлек ҡулланғаны билдәле.
Асыҡланыуынса, һөжүм итеүсе менән йәш пар низағлашҡан, бәхәс саҡ аяныслы фажиғәгә барып етмәгән.