Хәүефһеҙлек
11 Июня 2020, 16:00

Фәрит Ғүмәров: “Кәбисә йылы тәрән эҙ ҡалдырмаҡсы”

Йыл башынан алып республикалағы һыу ятҡылыҡтарында байтаҡ фажиғә теркәлде. Уларҙа балаларҙың, балыҡсыларҙың, автоһәүәҫкәрҙәрҙең ғүмере өҙөлдө. Һыу инеү миҙгеле асылыр алдынан Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Йыл башынан алып республикалағы һыу ятҡылыҡтарында байтаҡ фажиғә теркәлде. Уларҙа балаларҙың, балыҡсыларҙың, автоһәүәҫкәрҙәрҙең ғүмере өҙөлдө. Һыу инеү миҙгеле асылыр алдынан Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров менән әңгәмә ҡорҙоҡ.


– Һыуҙағы күңелһеҙ хәлдәргә ниндәй баһа бирер инегеҙ?

– Кәбисә йылы һыуҙағы хәл-ваҡиғаларға ла йоғонто яһамай ҡалманы. Беренсенән, транспорт сараларының һыуға батыу осраҡ­тары күбәйҙе. Мәҫәлән, 8 майҙа Туймазы районында юлдағы боролошта водитель машинаға идараны юғалта. Автомобиль Өҫән йылғаһына ҡолап төшә һәм түңкәрелә. Һөҙөмтәлә ике кеше – водитель һәм пассажир һәләк була.
Икенсенән, балыҡсылар ара­һында һыу ҡорбандары һаны артты. Оператив мәғлүмәттәргә ҡарағанда, йыл башынан алып һигеҙ балыҡсы батып үлгән. Ҡариҙел йылғаһындағы ваҡи­ғаны ғына телгә алып китәйем. Павловка һыу һаҡлағысында, яҙғы ташҡынға бәйле әленән-әле һыуҙы ағыҙып тороуҙарын белә тороп, ике ир кәмәлә балыҡ ҡармаҡларға була. Уларҙың береһенең кәүҙәһен ике аҙнанан һуң ғына табалар, һәләк булған икенсе балыҡсыны 26 көн буйы эҙләйҙәр.
– Республикалағы тау йыл­ғалары яҙ һайын экстремаль ял яратҡандарҙы ылыҡ­тыра. Быйыл майҙа йылғанан ағып тө­шөүҙәр нисек үтте?

– Коронавирус сиренә бәйле ҡатмарлы хәл арҡаһында күп кенә туристар ҡурса­ланыу тәрти­бен үтәп, бындай ял төрөнән баш тартты. Шулай ҙа һаҡлыҡ сараларын үтәмәйенсә, йылғанан кәмәлә, һалда ағып төшөүселәр ҙә булғыланы. Ҡыҙғанысҡа ҡар­шы, күңелһеҙ хәлдәр ҙә теркәлде.
1 майҙа Белорет районындағы Кесе Инйәр йылғаһында өрөп тултырылмалы бер урынлыҡ каяк түңкәрелгән. Эҙләү-ҡотҡарыу ғәмәлдәре барышында йылғанан кәмә һәм ир мәйете сығарыла. Һәләк булған турисҡа ни бары 33 йәш булған.
– Мәйете һыуҙа табылған­дарҙың барыһы ла батып үлгән тип таныламы?

– Йылғанан сығарылған мә­йетте тикшереү һөҙөмтәһендә уның үпкәһенә һыу йыйылыуы асыҡланһа, кеше батып үлгән тип иҫәпләнә. Шул уҡ ваҡытта бүтән сәбәптәр арҡаһында һәләк булып, йылғанан табылған мәйеттәр ҙә юҡ түгел. Бындай хәлдәрҙе суд-медицина экспер­тизаһы тикшерә.
– Тиҙҙән – һыу инеү миҙгеле. Батмаҫ өсөн һыуҙа үҙеңде нисек тоторға?

– Иң мөһиме – һыу инеү өсөн махсус йыһазландырылған урындарҙы һайлағыҙ. Бындай урындар тураһындағы мәғлүмәт менән республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты сайтындағы интерактив картала танышырға мөмкин.

Һыуҙағы күңелһеҙлектәр йыш ҡына кешенең ғәйебе менән, уның үҙ көс-ҡеүәтен, мөмкин­лектәрен дөрөҫ баһаламауы, хәүеф­һеҙлек ҡағиҙәләрен үтә­мәүе арҡаһында була. Шуға күрә таныш булмаған һәм тыйылған урындарҙа һыу инмәҫкә са­ҡырам. Бындай урындарҙа һыу аҫтында көслө, һалҡын ағым, өйрөлмәк, лапы булыуы ихтимал. Йылға­ның төбө ниндәй икәнен белмәй тороп, һыуға суммағыҙ: ташҡа, торбаға, арматураға бәрелеүегеҙ бар. Иҫерек килеш йәки яңғыҙ һыуға төшмәгеҙ, ярҙан алыҫ китмәгеҙ. Ишелергә торған текә яр буйлап йөрөмәгеҙ.
Иҫкәртеү таҡталары һәм тыйыу билдәләре ҡуйылған урын­дарҙа һыу ингән, иҫерек килеш һыуға төшкән өсөн граждандарға өс-биш мең һум күләмендә штраф һалыуҙары мөмкин.
– Һыуҙа бала ғүмерҙәре өҙө­лөүе бигерәк тә аяныс. Ниңә йыл һайын йылға-күлдәрҙә сабый­ҙарҙы юғалтабыҙ?

– Һыуҙа балаларҙың һәләк булыуы сәбәбе барыһына ла яҡшы таныш: уларҙы һыу буйында ҡарауһыҙ, яңғыҙ ҡалдырыу. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өлкәндәр иҫкәртеүгә әле булһа иғтибар итмәй.
Быйыл бала ғүмере өҙөлгән тәүге фажиғә Ғафури районында булды. 22 апрелдә юғалған туғыҙ йәшлек малайҙы 17 көн буйы эҙләнеләр һәм Оло Әрмет йылға­һынан таптылар. Бының өсөн ваҡытлыса дамба төҙөп, йылғаны быуырға тура килде.

Хәтергә 2017 йылда Ауырғазы районында булған йәнә бер ваҡиға килде. Ул осорҙа һигеҙ һәм туғыҙ йәшлек ике ҡыҙ һәләк булғайны. Улар Өршәк йылға­һында үҙҙәре генә һыу ингән.
Балаларҙы яңғыҙ йылға, күл буйына ебәр­мәгеҙ, һыу ятҡылығы янында бергәләп ял иткәндә лә уларҙы күҙҙән ысҡындырмағыҙ.
– Һеҙҙең ведомство хәүефле һыу ятҡы­лыҡтарының иҫәбен алып барамы?

– Һыу инеү миҙгелендә Ағиҙел, Ҡариҙел, Дим һәм Әй йылға­ла­рында кешеләрҙең батыу осраҡ­тары байтаҡ. Республикала һыуға батып үлгәндәрҙең 65 процент самаһы йылға­ларға, ҡал­ғаны иһә күлдәргә, быуаларға һәм карьерҙарға тура килә. Һыу ҡорбандары араһында күпсе­лекте (88 процентты) ир-егеттәр тәшкил итә. Былтыр ҙа ошондай уҡ нисбәт күҙәтелгән – 74 ир, бер ҡатын-ҡыҙ һәм һигеҙ бала.
– Быйыл һыу инеү миҙгеленән нимә көтөлә?

– Әлеге һыу инеү миҙгеле көсөргәнешле булмаҡсы. Коронавирус сире таралыуына бәйле сикләүҙәр арҡаһында диңгеҙҙә ял итергә яратҡандарҙың күбеһе ситкә сығыуҙан мәхрүм. Шуға күрә улар республикалағы йылға-күл буйҙарына, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыш ҡына һыу инеү өсөн ҡулайлаш­тырыл­маған урын­дарға юллана. Синоптиктарҙың мәғлүмәтенә ҡарағанда, быйылғы йәй эҫе булмаҡсы. Тимәк, һыуҙа фажиғәләр һа­нының артыуы ла ихтимал.
Былтыр эҫе көндәрҙә респуб­ликалағы һыу ятҡылыҡтарында батып үлгәндәр һаны көнөнә биш кешегә еткәйне. Быйыл да ошо күңелһеҙ статистика ҡабатлан­ма­һын өсөн үҙегеҙҙе һәм яҡын­дарығыҙҙы һаҡлағыҙ, һыуҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ!
Читайте нас