Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
11 Июнь 2020, 21:45

Күршеһенең балаһына ташланып...

72 йәшлек бабай ете йәшлек ҡыҙҙы мәсхәрәләгән.

Өфөлә тәфтишселәр 72 йәшлек бабайҙың ете йәшлек ҡыҙҙы мәсхәрәләүе фактын тикшерә.
Был аяныслы хәл 10 июндә Өфө ҡалаһының Калинин районына ҡараған “Дуҫлыҡ-2” баҡсасылар ширҡәтендә булған.
Алдан алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, өлкән йәштәге әҙәм үҙенең күршеһенең ете йәшлек ҡыҙыҡайын мәсхәрәләгән. Был хаҡта белгәс, баланың әсәһе хоҡуҡ һаҡлау органдарына ғариза яҙған. “Әле тәфтишселәр был хәлде асыҡлау өсөн тикшерә”, – тип белдергәндәр республиканың Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтендә.
Һәр бала ҡурсауға һәм яҡлауға мохтаж. Улар төрлө хәүеф-хәтәргә тарымаһын өсөн яңғыҙҙарын ҡалдырмаҫҡа кәрәк.
Фото: salauat.rbsmi.ru.
Читайте нас: