Быға тиклем матбуғат саралары осраҡлы үткенселәрҙең Өфө районындағы канауҙарҙың береһендә кеше һөлдәһен тапҡанын, һәләк булған кеше ҡулына доғалыҡ тотҡанлығын хәбәр иткәйне.
“Комсомольская правда” мәғлүмәттәре буйынса, тәүҙә хоҡуҡ һаҡлау органдары мәрхүмдең кем икәнлеген асыҡлаған. Ул Ҡармасан ауылында йәшәгән 50 йәшлек ир булып сыҡҡан.
Тиҙҙән полиция хеҙмәткәрҙәре уны үлтереүҙә ғәйепләнеүсене лә билдәләгән. Енәйәтсе - ҡорбандың ауылдашы, быға тиклем уғрылыҡ өсөн хөкөм ителгән булған. Хәҙер иһә 18 йәшлек егет ауылдашының ғүмерен ҡыйған өсөн язаһын аласаҡ.