Башҡортостан
+16 °С
Дождь
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Хәүефһеҙлек
12 Июня 2020, 16:00
Кәзәнең дә йәшәгеһе килә
Ҡыҙыҡһыныусан мал 3,5 метр тәрәнлектәге асыҡ ҡойоға осоп төшкән.
Ошо көндәрҙә Белорет ҡалаһындағы ҡотҡарыусыларға... кәзәне тоҙаҡтан ҡотҡарырға тура килгән.
Авария-ҡотҡарыу хеҙмәтенә урындағы кешеләр шылтыратҡан һәм тәрән ҡойоға осоп төшкән кәзәне ҡотҡарыуҙа ярҙам күрһәтеүҙе үтенгән.
Ваҡиға урынына килгәс, шул асыҡланған: ҡыҙыҡһыныусан мал 3,5 метр тәрәнлектәге асыҡ ҡойоға осоп төшкән, бәхеткә күрә, йәрәхәтләнмәгән. Ҡотҡарыусылар уға бау бәйләп, тоҙаҡтан тартып сығарған.
Фото: bashinform.ru
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"