Хәүефһеҙлек
16 Июня 2020, 16:35

Яман ғәҙәте фажиғәгә тарытҡан

Балконға тәмәке тартам тип сығып...

Аңһыҙ үлем осраҡтары йыш күҙәтелә тирә-яғыбыҙҙа. Шундайҙарҙың береһе кисә Мәләүез ҡалаһында теркәлгән.

Күп ҡатлы йорттарҙың береһенең янында йәнһеҙ ир кәүҙәһен тапҡандар. Аҙаҡ асыҡланыуынса, ул ошо йортта йәшәгән 36 йәшлек ир-егет булып сыҡҡан.

Ufacity.News.ru хәбәр итеүенсә, ул туғыҙынсы ҡаттағы балконына тәмәке тартырға сыҡҡан (ҡайһы бер сығанаҡтарҙа әйтелеүенсә, ул эскән булған). Ир кәүҙә тигеҙлеген тота алмай ергә ҡолап, һәләк булған, ә яҡындарын ҡара ҡайғыларға һалған...

Фото: толк42.рф
Читайте нас