Хәүефһеҙлек
18 Июня 2020, 17:10

Төҫлө принтерҙа "документ" баҫтырып алып...

Октябрьский ҡалаһының Ленин проспектында була был хәл.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош мәшәҡәттәрен еңел юл менән хәл итергә яратҡандар табылып тора.
Ундайҙар, ауырымаһа ла, һаулығы тураһында ялған белешмә юллай, ялған танытма менән машина йөрөтә һәм башҡалар. Һис шикһеҙ, был – енәйәт, һәм граждандың бындай ғәмәл өсөн бер йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал.
Мәҫәлән, күптән түгел Октябрьский ҡалаһының Ленин проспектында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре бер машинаны туҡтатҡан. Тикшереү барышында 51 йәшлек водителдең идара итеү танытмаһы иғтибарҙы йәлеп иткән, сөнки ул бер ҙә ысын документҡа оҡшамаған. Экспертиза күрһәтеүенсә, был “документ” төҫлө принтерҙа баҫтырылған. Ир иһә был танытмаға интернеттағы бер сайтта заказ биреүен һәм уны шунан һатып алыуын аңлатҡан. Уйлап ҡарағыҙ: автомобиль йөрөтөү ҡағиҙәләрен белмәгән ошондай водителдең юлда күпме бәлә тыуҙырыуы ихтимал!
Уға ҡаршы енәйәт эше ҡуҙғатылған, ир закон алдында яуап бирәсәк.
Фото: gtrk.tv
Читайте нас