Полиция хеҙмәткәрҙәре баш ҡаланың Калинин районындағы супермаркеттарҙың береһендә ирле-ҡатынлыны ялған аҡсалар менән тотҡан. 32 йәшлек ҡатын һәм 34 йәшлек ир 5000 һумлыҡ ялған банкнотаға төрлө тауарҙар һатып алырға маташҡан.
Тикшерә башлағас, был икәүҙең ялған аҡсаларға бәйле башҡа енәйәттәр серияһында ҡатнашлығы барлығы асыҡланған. Уларҙа биш мең һумлыҡ өс тиҫтәгә яҡын ялған аҡса табылған.
Енәйәт эше ҡуҙғатылған. Асыҡланыуынса, ир һәм ҡатын быға тиклем төрлө магазиндарҙа, баҙарҙарҙа, хужалыҡ магазиндарында, дарыуханаларҙа – йәмғеһе ете урында ялған биш мең һумлыҡҡа тауарҙар һатып алған, ә ҡалған суммаһына алмашҡа һатыусылар ысын аҡса биргән.
Йорттарында тауарҙарҙың ҡайһы берҙәре табылған. Был икәү, ғәйептәре иҫбатланһа, 15 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал.
Был хаҡта Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.